АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Июль 2020, 12:05

"ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫ"Н ЯҘАЙЫҠ!

Быйыл, Хәтер һәм дан йылында, "Еңеү диктанты" 3 сентябрҙә ойошторола. Акцияның масштабы уҙған йылға ҡарағанда киңерәк булмаҡсы.

Быйыл, Хәтер һәм дан йылында, "Еңеү диктанты" 3 сентябрҙә ойошторола. Акцияның масштабы уҙған йылға ҡарағанда киңерәк булмаҡсы.
Ойоштороусылар 7500-ҙән дә кәм булмаған майҙансыҡта уны уҙғарырға ниәтләй. Ул Рәсәйҙең 5 меңдән ашыу кеше йәшәгән һәр ҡайһы төбәгендә барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Бөйөк Еңеүгә 75 йыл булыуын иҫәпкә алып, 75 сит илдә лә акцияны үткәрергә ҡарар иткәндәр.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемен тикшереп ҡарарға теләүселәр онлайн-тест үтә ала. 2019 йылда барлығы 1373 майҙансыҡ эшләгән, унда 105 мең кеше ҡатнашҡан, йәнә 48 мең кеше онлайн-тест үткән.
Быйыл тестың форматы үҙгәрә, 20 һорау урынына 25 һорау ҡуйыла. Уның бишәүһе диктант яҙыусы йәшәгән төбәккә бәйле буласаҡ.
"Тарихи хәтер" патриотик проектының төбәктәге координаторы Эдуард Сәйетбаталов белдереүенсә, Башҡортостанда акция 80 майҙансыҡта ойошторола. "Уларҙың 8-е--ҡалаларҙа, 13-ө--Өфөлә, ҡалғандары--муниципаль райондарҙа. "Өфө" Халыҡ-ара аэропорты быйыл тәү ҡат майҙансыҡ булдыра, республиканың Хәрби Дан музейында ла диктант яҙырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә майҙансыҡ эшләйәсәк",--тип өҫтәй Эдуард Сәйетбаталов.
Диктантҡа әҙерләнергә теләһәгеҙ, диктантпобеды.рф. сайтына инеп, онлайн-тест үтеп ҡарағыҙ. Һорауҙарҙың бер төркөмө, йәғни 9-ы әле ҡуйылған. Тиҙҙән яңы һорауҙар ҙа барлыҡҡа киләсәк.
Ә диктант яҙыуҙа ҡатнашырға теләһәгеҙ, әле сайтта теркәлеп ҡуйыу мотлаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусыларға электрон диплом бирелә. Ә юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүсе уҡыусыларҙың мәрәйе киләсәктә юғары уҡыу йортона ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.