Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Июль 2020, 13:45

ДЕЗИНФЕКЦИЯ УҘҒАРЫЛА

Республикала көн һайын планға ярашлы 2 мең ихатала, 15 мең подъезда дезинфекция уҙғарыла...

Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында йорт алдарын, подъездарҙы, урамдарҙы, тротуарҙарҙы дезинфекциялау эше дауам итә. Санитар эшкәртеүгә республика бюджетынан аҡса бүленгән. Шулай уҡ "Башфармация" тарафынан муниципалитеттарға битлектәр, комбинезондар, 10 мең пар итек, күҙлек, 2 мең һиптерткес, 16 мең литр дезинфекция сараһы бирелгән.
Республиканың торлаҡ күҙәтеүе тарафынан барыһы ла контролгә алынасаҡ. 1 апрелдән 6 мең подъезда тикшереү уҙғарылған. Уларҙың барыһында ла дезинфекция эшләнгән. Әле лә Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы вәкилдәре һайлап алыу юлы менән тикшереү үткәреп торасаҡ.
Республикала көн һайын планға ярашлы 2 мең ихатала, 15 мең подъезда дезинфекция уҙғарыла. Был сара аҙнаһына ике тапҡыр эшләнергә тейеш.
Коронавирус инфекцияһы эләктереүҙән һаҡ булығыҙ! Битлек кейеп йөрөгөҙ, кеше күп йыйылған урынға мөмкин тиклем бармағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!