Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Июль 2020, 11:50

Дәүләт ярҙамы бүленә

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар 400 миллион һумға яҡын субсидия аласаҡ.

Башҡортостанда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар 400 миллион һумға яҡын субсидия аласаҡ.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы предприятиелары йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү тармаҡтары эшмәкәрлектәрен яҡшыртыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 387,2 миллион һум субсидия ала ала. Был хаҡта хоҡуҡ мәғлүмәте сайтында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарары баҫылған.
Дәүләт ярҙамы тариф буйынса коммуналь түләүҙәр күрһәткән объекттарҙы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек осоронда сығымдарын ҡаплауға ебәреләсәк.
Аҡса Республика адреслы инвестицион программаһы һәм “Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бүленә.
#нацпроекты#миллипроекттар