Башҡортостан абитуриенттары үҙ документтарын почта аша ебәрә ала. Рәсәй почтаһының республика төбәктәрендә урынлашҡан 1280 почта бүлексәһенең ҡайһыныһынан булһа ла был эште башҡарырға була. Тимәк, әлеге эпидемиологик хәл мәлендә абитуриенттарға йөрөү ҙә кәрәкмәй. Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы барған мәлдә почта бүлексәләре айырыуса иғтибарлы буласаҡ һәм һеҙҙең документтарығыҙ комиссия ҡулына барып етһен өсөн бар көсөн һаласаҡ. Документтарҙы хат формаһында, йә иһә ҡиммәтле әйбер яҙмаһы аҫтында бандероль итеп ебәрергә була. Уның барышын сайт аша күҙәтеп барырға ла мөмкин, бының өсөн почтала бирелгән квитанцияны алырға һәм ундағы трек-номерға иғтибар итергә. Юғары уҡыу йортоноң һәм үҙегеҙ йәшәгән йорттоң адрес-индексын дөрөҫ яҙырға онотмағыҙ.