Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Июль 2020, 21:30

ЮЛДАРҘА АҘАШМА, КҮРҺӘТКЕСКӘ ҠАРА

Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристик навигация билдәләре һәм күрһәткестәре ҡуя башланы. Улар төбәктең матур, иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт һәм археологик объекттарына, музейҙарға һәм һөйкәлдәргә юл күрһәтә.Билдәләр федераль, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарға ҡуйыла. 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем 1500 билдә урынлаштырылырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристик навигация билдәләре һәм күрһәткестәре ҡуя башланы. Улар төбәктең матур, иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт һәм археологик объекттарына, музейҙарға һәм һөйкәлдәргә юл күрһәтә.
Билдәләр федераль, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарға ҡуйыла. 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем 1500 билдә урынлаштырылырға тейеш. Әлеге мәлдә Өфө, Бөрө ҡалаларында эш бара. Бындай күрһәткестәр республиканың барлыҡ ҡала-райондарында буласаҡ. Был навигация системаһы туристар өсөн юлды еңелләштерә. Билдәләр ГОСТ Р 57581-2017 буйынса эшләнгән һәм туризм өлкәһендәге бар талаптарға ла яуап бирә. Биҙәү эшендә аҡ- көрән төҫтәр ҡулланыла, шрифт та бер төрлө. Объекттың исеме русса һәм инглиз телдәрендә бирелә, арауыҡ күрһәтелә. Ә башҡорт телендәге яҙма объекттың үҙендә буласаҡ. Билдәләр Өфөләге "Ремстройдормаш" заводында етештерелгән.
Шулай уҡ "Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы" проекты тормошҡа ашырыла. Унда ла маркировка эше бара, юлдың оҙонлоғо 300 км. Маршрут эсенә Уралдың хозур төбәктәре ингән.
-- Туристик навигация билдәләре, тәү сиратта, кешегә юлды күрһәтә, кәрәкле объектҡа барып етергә булышлыҡ итә. Ул тау, күл, мәмерйә, тәбиғәт паркы, шифахана, музей булыуы ихтимал. Билдәләр нәҡ шунда алып бара. Бик уңайлы навигация: бараһы юлға күпме километр ҡалған, нисек һәм ҡайҙа барырға белеп торасаҡтар, - ти Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.