Бөтә донъяны ялмап алған коронавирус күп илдәрҙе көрсөккә терәне. Ошо сәбәпле Һиндостанда балалар никахы күбәйеп киткән. Был хаҡта Vice India журналы хәбәр итә. Быны улар ғаиләләрҙәге финанс хәл насарайыуы менән аңлата. Ата-әсәләр балаларын ҡарарлыҡ аҡсалары булмауҙы сәбәп итеп, тиҙ арала ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә ашыға. Мәктәптәрҙең ябылыуы лә үҙен һиҙҙергән, бында көнөнә берҙе булһа ла ашатып торғандар.
16 йәшлек ҡыҙ үҙен 39 йәшлек иргә кейәүгә бирәсәктәрен белгәс, йәмғиәттән ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ир иһә уны тулыһынса тәьмин итәсәген, хатта туйҙы ла үҙ иҫәбенә үткәрәсәген хәбәр итә.
Махараштра штатында балалар никахы күбәйеп киткән. Власть шундай 80 осраҡҡа ҡаршы торған. Одиша штатында легаль булмаған 183 никах теркәлгән, Көнбайыш Бенгалияла - 138.
Һиндостан ҡанундары балалар никахына ҡаршы. Законға ярашлы, ҡыҙҙар - 18, егеттәр 21 йәштә генә ғаилә ҡора ала. Әммә халыҡ законды үтәмәй.
Әле Һиндостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны 820 мең, 22 мең кеше үлгән. Һиндостан вирус йоҡтороусы илдәр араһында өсөнсө урында. Тәүге ике урында Бразилия һәм АҠШ.