Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Июль 2020, 15:10

Алтын түгел, һөлдәгә юлыҡҡан

Баймаҡ районы ауылдарының береһендә пенсионер шәхси ихатаһында кеше һөйәктәре тапҡан.

Баймаҡ районы ауылдарының береһендә пенсионер шәхси ихатаһында кеше һөйәктәре тапҡан. Хәл 6 июлдә теркәлгән. Асыҡланыуынса, 63 йәшлек ир йортона канализация уҙғарыу өсөн соҡор ҡаҙый башлаған. Көрәге ниндәйҙер ҡаты нәмәгә төртөлгәс, ул иғтибарлап ҡараһа соҡорҙа кеше һөлдәһен күргән. Ир хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Белгестәр билдәләүенсә, һөлдә ер аҫтында 50 йыл самаһы ятҡан. Әлеге ваҡытта һөйәктәрҙе суд - медицина эксперттары тикшерә. Кем, ҡасан, ни өсөн һәм кемде ихатаға күмгән - ошо һорауҙарға яуап эҙләйәсәктәр.
Фото: Интернет селтәренән.