АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Июль 2020, 23:05

"ЯНҒАН-ТАУ" ДОНЪЯ КИМӘЛЕНӘ СЫҒА

"Янған-Тау" республика геопаркы Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя селтәренә рәсми рәүештә инде. Геопарк булдырыу идеяһын биреүсе, ошондай уҡ исем йөрөткән шифахана директоры Альфред Аҡбашев белдереүенсә, был статус туристар өсөн сифат һәм хәүефһеҙлек билдәһе булып тора.Геопарк--ул асыҡ һауалағы музей. Уның төп экспонаттары--тауҙар, мәмерйәләр, тау тоҡомдары, минералдар, файҙалы ҡаҙылмалар. Милли парктарҙан айырмалы рәүештә, бында инеү сикләнмәй. Геопарк туристарға асыҡ буласаҡ.

"Янған-Тау" республика геопаркы Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя селтәренә рәсми рәүештә инде. Геопарк булдырыу идеяһын биреүсе, ошондай уҡ исем йөрөткән шифахана директоры Альфред Аҡбашев белдереүенсә, был статус туристар өсөн сифат һәм хәүефһеҙлек билдәһе булып тора.
Геопарк--ул асыҡ һауалағы музей. Уның төп экспонаттары--тауҙар, мәмерйәләр, тау тоҡомдары, минералдар, файҙалы ҡаҙылмалар. Милли парктарҙан айырмалы рәүештә, бында инеү сикләнмәй. Геопарк туристарға асыҡ буласаҡ.
Юнеско-ға инеү халыҡ-ара кимәлдә туризмды үҫтереүгә, төбәкте танытыуға, инвестицион йәһәттән ҡыҙыҡһыныу арттырыуға булышлыҡ бирә. Республикала уны геопарк тип таныу ғына ла тиҙ арала маршрут булдырыуға, Башҡортостандың, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренең туристик фирмалары менән килешеү төҙөргә, социаль селтәрҙә эште әүҙемләштерергә мөмкинлек биргән.
Салауат районында геопарк 20 геологик объектты берләштерә. Бында "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән үҫемлектәр үҫә, һирәк осрай торған йәнлектәр бар.
Читайте нас: