Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Июнь 2020, 19:00

Айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә бәйле яңылыҡтар

Айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) һәм айлыҡ аҡсалата компенсациялар (ЕДК) йәһәтенән халыҡта бихисап һорауҙар тыуа. Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәге түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерә.

Айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) һәм айлыҡ аҡсалата компенсациялар (ЕДК) йәһәтенән халыҡта бихисап һорауҙар тыуа. Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәге түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерә:
1) 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар ѳсѳн ҡатмарлы яңы түләүҙәрҙең (ЕДВ) береһе барлыҡҡа килә. Быға тиклем тарихта бер аҡсалата ярҙам да гражданиндың ғаризаһы буйынса ғына түләнгәне юҡ ине. Артабан һәр ғариза буйынса бар мәғлүмәтте республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре электрон рәүештә йыясаҡ. Барса сығымдар ҙа иҫәпкә алына. Эш күләме ғәйәт ҙур, шуның ѳсѳн был процесс туҡтауһыҙ бара. Әйткәндәй, ошо ярты йылда федераль бюджеттан был ярҙам ѳсѳн 945,5 млн. һум аҡса бүленгән, шуның 600 млн. һумы түләнгән (20 меңдән ашыу балаға). 29 июндә йәнә 10 меңдән ашыу балаға түләү планлаштырыла.
Июндә, май айында бирелгән ғаризалар ҡарала, ә июлдә барлыҡ атай-әсәйҙәргә мотлаҡ рәүештә аҡсалата ярҙам түләнәсәк, түләнмәгән осраҡта, улар һорауҙарына яуап аласаҡ. Бѳтѳн мѳрәжәғәттәр ҙә июль айында мотлаҡ ҡараласаҡ. Республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәге тарафынан 20 майҙан алып ведомство-ара каналдар аша 1500000 запрос яһалған. Уларҙың һәммәһенән дә яуап алынмаған әле. Июнь башына беҙҙең тѳбәктән 3-7 йәшлек балаларға түләү йәһәтенән Дәүләт хеҙмәттәре порталына 55 меңдән ашыу ғариза ебәрелгән.
Иғтибар!
Бѳгѳнгѳ кѳндә 3-7 йәшлек балалар ѳсѳн яңы түләү 20 меңдән ашыу балаға тәғәйенләнгән һәм түләнгән.
Әлеге мәлдә барлыҡ ғаризалар республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә ҡаралыу ѳҫтѳндә. Һәр ғариза йәһәтенән яуап мотлаҡ буласаҡ.
Ниндәйҙер документтар етешмәү сәбәпле кире яуап килгән осраҡта, ғаризаны яңынан бирергә кәрәк. Ғариза менән ҡайһы айҙа мѳрәжәғәт итһәгеҙ ҙә (иң мѳһиме, 2020 йылдың аҙағына тиклем ѳлгѳрѳү фарыз!), аҡса, хоҡуҡ раҫланған осраҡта, 1 ғинуарҙан алып бѳтѳн айҙарға ла түләнәсәк.
Май-июндә ғариза биргәндәр түләүҙе июлдә аласаҡ. Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ: яңы түләү тик аҙ килемле ғаиләләргә генә бирелә.
2) Федераль ҡануниәткә ярашлы, 1 июлдән айлыҡ аҡсалата компенсациялар (ЕДК) тәртибе үҙгәрҙе. Быға тиклем “льготниктар” стандарт буйынса тотороҡло сумма ала ине, бынан ары уларҙың һәр ҡайһыһына коммуналь хеҙмәт ѳсѳн шәхси сығымға ҡарап түләнәсәк. Был иһә коммуналь хеҙмәт ѳсѳн әҙерәк түләгәндәр айлыҡ аҡсалата компенсацияны - әҙерәк, күберәк сумма сарыф иткәндәр күберәк ала тигән һүҙ; ә кем бѳтѳнләй түләмәй - улар, тимәк, аҡсанан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Был түләүҙәр пенсияға бәйле түгел (ғәҙәттә, әлеге айлыҡ түләүҙәр пенсия менән бер ваҡытта иҫәпкә күсә).