Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Июнь 2020, 10:50

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк...

Өс сәғәттә ике биҙрә еләк йыйғандар...Ә һеҙҙең яҡта еләк бармы, булһа ҡыҙарып бешкәнме?

Хәйбулла районының урман биләмәһендә йәшәүселәр ер еләге йыя башлаған. Йыл ҡоро килгәнлектән, урманды ҡарышлауыҡ баҫып алһа ла, еләккә зыян килмәгән.
--Үҙебеҙҙең яҡта ҡайындарҙы ҡарышлауыҡ ашап бөтөргәс, миндеккә ауылыбыҙҙан алыҫ булмаған ялан ергә сыҡҡайныҡ. Бесәнлекте лә ҡарап ҡайтырға уй бар ине. Көтмәгәндә еләккә юлыҡтыҡ,--ти Йәнтеш ауылынан Фәрзәнә Хәсәнова.—Кеше ҡайын еләге бешкән тип әйтә ине ул. Ер еләге әле бешмәйҙер тиһәм, бармаҡ башындайҙары бар. Өс сәғәттә ике күнәк йыйып ҡайттыҡ. Тәүге еләктән башлыса бәлеш бешерә торғайным. Бер нисә йыл еләк булманы, шуға ла ҡайнатмаһы танһыҡ. Таҙалап ҡайнатып та ҡуйҙым инде.
Ә һеҙҙең яҡта еләк бармы, булһа ҡыҙарып бешкәнме?