АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Июнь 2020, 15:56

Икеләтә бүләк

Быйыл “Атайсал” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар өсөн лото-уйын ике тапҡыр үткәреләсәге хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 10 июндә “Гәзиткә яҙыл да бүләк от” акцияһының тәүге туры уҙҙы. Дарманлы уҡыусыбыҙға бағыусыбыҙ "Һеҙҙең ҡош"тан бройлер себештәре эләкте. Еңеүсебеҙ Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан Альбина Дауытбаева булып сыҡты. Уға "Атайсал"ды бүләккә апаһы Әлфиә Йәнтурина яҙҙырған булған.

Әлфиә Хөрмәт ҡыҙы Йәнтүрина тормош иптәше Әмир Хәйҙәр улы менән бына инде 35 йыл гөрләтеп донъя көтә. Татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәндәрен тәрбиәләшергә ярҙам итәләр.
Кәртә тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар, баҡсаларында ишелеп емеш-еләк уңа. Ауыл тормошо нисек кенә мәшәҡәтле булмаһын, улар матбуғат баҫмаһынан айырылмай. Күркәм традицияға ярашлы, “Атайсал” гәзитенән дә айырылмайҙар.
- Һаулығы яғынан мөмкинлеге сикләнгән һеңлем Альбина Дауытоваға "Атайсал"ды бүләккә яҙҙырғайным. Уның лото-уйынында себеш отоуы көтөлмәгән булды. Бик ҡыуандырҙығыҙ. “Атайсал” гәзитен үҙебеҙ ҙә йыл һайын алдырабыҙ, уҡыйбыҙ. Һеңлем өсөн гәзиттә намаҙ ваҡыты булыуы уңайлы, шулай уҡ яңылыҡтар, файҙалы кәңәштәрҙе яратып уҡый, тормошта ҡуллана. Себештәрҙе ул отто инде. Шәбәйеп киткәнсе үҙем ҡарашырмын. "Атайсал" гәзите хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, киләсәктә лә шулай уңышлы ижад итеүегеҙҙе теләйем! - тине Әлфиә Хөрмәт ҡыҙы.
Беҙ иһә тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, киләсәктә лә беҙҙән айырылмағыҙ!
Ә башҡа уҡыусыларыбыҙҙың иҫенә төшөрәбеҙ: “Гәзиткә яҙыл да бүләк от” лото-уйынының киләһе туры июнь аҙағында буласаҡ. Кемдәр яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ! Ҡиммәтле бүләктәр оторға теләһәгеҙ, квитанция күсермәһен тиҙ арала беҙҙең почтаға (Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди, 22) йә электрон адресҡа ебәрегеҙ!