Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Июнь 2020, 19:00

АРҠАЙЫМҒА БАРА КҮРМӘ!

Барһағыҙ, һеҙгә штраф һаласаҡтар...

Силәбе өлкәһе хөкүмәте туристарға Арҡайым ҡаласығына сәйәхәт итеүҙе тыя.
Билдәле булыуынса, һәр йыл 21-22 июнь боронғо ҡаласыҡҡа халыҡ күпләп йыйыла. Быйыл ул туристарҙы ҡабул итмәй, сөнки COVID-19 вирусы таралыу ҡурҡынысы янай. Эпидиомологик хәл сәбәпле, Силәбе өлкәһе хөкүмәте ҡарары менән ял базалары, пансионаттар, шифаханалар 30 июнгә тиклем эшләмәй. Мәҙәниәт министрлығы приказы менән "Арҡайым" ҡаласығының эшмәкәрлеге лә туҡтатылған, музей һәм лагерҙар ябылған. Рөхсәтһеҙ килеүселәргә штраф һалынасаҡ.