Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Июнь 2020, 17:15

"ҺЕҘҘЕҢ ҠОШ"тан ҺЕҘГӘ СЕБЕШ

Вәғәҙә - иман. Алдан әйтеүебеҙсә, "Атайсал" гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында бройлер себештәре уйнаттыҡ. Ул кемгә эләкте? Был хаҡта сайттан уҡып белә алаһығыҙ. Даланлы уҡыусыбыҙҙан шылтыратыу көтәбеҙ.

“Атайсал” гәзитен даими алдырып барыусыларға мәғлүм: редакция матбуғат баҫмаһына яҙылыусылар араһында даими рәүештә лото-уйын уҙғара. Тәүге ярты йыллыҡҡа һәм тотош йылға яҙылыусылар араһында Яңы йыл байрамы алдынан, йәғни декабрь аҙағында бүләктәр уйнатһаҡ, икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар июнь аҙағында приздар отоп ҡыуана ине.
Быйыл “Атайсал” гәзитенә яҙылыусылар өсөн лото-уйынды ике турҙа үткәрергә ҡарар иттек. Алдан вәғәҙә итеүебеҙсә, 10 июндә “Гәзиткә яҙыл да бүләк от” акцияһының тәүге турына йомғаҡ яһаныҡ. Шулай итеп, бағыусыбыҙ “Һеҙҙең ҡош” хужалығы тәҡдим иткән бройлер себештәрен Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан А.Х. Дауытбаева отто. Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә беҙҙең менән ҡалыуын теләйбеҙ! Даланлы уҡыусыбыҙҙы 2-55-04, 89279412606 телефон номерҙарына шылтыратып “Атайсал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ.
Дуҫтар! Ә һеҙ “Атайсал”ға яҙылып, себешле булмағанға үкенмәгеҙ. Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ, “Атайсал” ойошторған акцияларҙа, уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ һәм мотлаҡ һеҙгә бәхет йылмайыр! Әйткәндәй, “Гәзиткә яҙыл да бүләк от” лото-уйынының икенсе туры июнь аҙағында үткәрелә. Кемдәр яҙылмаған, ашығығыҙ! Бүләк оторға теләһәгеҙ, квитанция күсермәһен тиҙ арала беҙҙең почта йә электрон адресҡа ебәрегеҙ!
“Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәре.