Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Июнь 2020, 20:05

Серәкәйҙән ҡотолоу саралары

•Миләш йә муйыл ағасы япрағы менән асыҡ тәнегеҙҙе ышҡып һөртһәгеҙ, был бөжәк һеҙгә яҡынлай һалмаҫ... Серәкәйҙән тағы ла нисек ҡотолорға була? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йылынып боҫ, еҫ сығарған йөҙ грамлыҡ камфара һәм валерьянка ҙур ғына бина эсендәге серәкәй һәм себендәрҙе өшкөртөр.
Миләш йә муйыл ағасы япрағы менән асыҡ тәнегеҙҙе ышҡып һөртһәгеҙ, был бөжәк һеҙгә яҡынлай һалмаҫ.
Ҡәнәфер, базилика, әнис, эвкалипт эфир майҙары менән асыҡ тәнегеҙҙе һылағыҙ (бер стаканға 5-10 тамсы май) йә иһә йылы табаға ҡойоғоҙ. Мамыҡты манып, тәҙрә төбөнә һалып ҡуйыу ҙа файҙалы.
Бүре емешенең яңы ботаҡтарын бүлмәгә ҡуйыу ҙа серәкәйҙе ҡыуа.
Тәбиғәт ҡосағында тыныс ҡына ултырырға теләһәгеҙ, усаҡҡа артыш ботаҡтары ташлағыҙ.
Кедр майының еҫе серәкәйҙәрҙе генә түгел, себен һәм тараҡандарҙы ла ҡурҡытыр.
Әрем тамыры төнәтмәһе менән йыуынһағыҙ (1,5 литр ҡайнар һыуҙа әрем тамырын 20-30 минут тотоп алырға), битегеҙгә серәкәй ҡунмаҫ.
Магазиндан алынған электр фумигаторығыҙ бушап ҡалһа, уны ташларға ашыҡмағыҙ. Эсенә 100 процентлы эвкалипт ҡойоғоҙ ҙа ҡулланығыҙ.

Фото: stopklopu.com
Читайте нас: