Фронтовиктарға--кеҫә телефоны
Башҡортостанда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына мобиль телефон бирелә. Ул "Берҙәм Рәсәй" парияһының "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте менән берлектә ойошторған "Фронтовиктарға - телефон" акцияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына мобиль телефон бирелә. Ул "Берҙәм Рәсәй" парияһының "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте менән берлектә ойошторған "Фронтовиктарға - телефон" акцияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.Бөгөн республикала меңләгән ветеран-фронтовик йәшәй. Уларҙың һәр береһенә гаджет менән бергә лимитһыҙ тариф бүләк ителә."Ҡоролмаға алдан уҡ кәрәкле телефон һандары--социаль хеҙмәттәр, ирекмәндәр, медицина учреждениелары номерҙары индерелә. Бынан тыш, бөтә аппараттарҙа ла "SOS" төймәһе бар, клавишалар ҙа күренерлек ҙур", - ти партияның урындағы етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.Телефондарҙы 22-24 июндә таратып бирергә ниәтләйҙәр. Төбәктәрҙә был эш социаль хеҙмәткәрҙәргә, депутаттарға, ирекмәндәргә йөкмәтелә.
фото
yandex.ru