Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Май 2020, 13:35

«АЛFА» транспорт картаһы уңайлы

1 июлдән Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы менән дәүләт транспорттарында ғына түгел, шәхси маршруттарҙа ла иҫәпләшергә була. Бөгөн республикала 302 223 карта ҡулланышҡа тапшырылған.

1 июлдән Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы менән дәүләт транспорттарында ғына түгел, шәхси маршруттарҙа ла иҫәпләшергә була. Бөгөн республикала 302 223 карта ҡулланышҡа тапшырылған.
Башҡортостан Республикаһында «АЛFА» транспорт картаһы менән ҡулланыу селтәре киңәйтелә. Республикала Qiwi селтәрендә 2 577 түләү терминалында (Өфөлә 851 терминал) картаны комиссияһыҙ тулыландырырға мөмкин.
Картаны тулыландырыу хеҙмәте менән Рәсәйҙең Qiwi селтәрендәге--143000, шул иҫәптән Мәскәүҙең 8300 теминалында файҙаланырға була.
Картаны тулыландырыу өсөн терминалда "Транспорт карталары" менюһында «АЛFА» тигәнде һайларға, карта һанын яҙырға һәм түләргә кәрәк. Ҡулаҡса менән түләү индереү хәүефһеҙ ҙә һанала. Шулай уҡ картаны интернет аша тулыландырырға мөмкин. Бының өсөн Qiwi.com. сайтына инергә кәрәк. Комиссия алынмай. Qiwi көшөлөгөнә (кошелек) банк картаһы аша аҡса күсергәндә оператор тарифы иҫәпкә алына.
«АЛFА» транспорт картаһы--уңайлы һәм хәүефһеҙ түләү алымы. Уның менән автобустарҙа, троллейбустарҙа, трамвай һәм Башҡортостандың шәхси маршруттарында түләргә була.
Тулыраҡ мәғлүмәт algacard.ru сайтында. Белешмәләр өсөн телефон: 8(917)347-88-00.