Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Май 2020, 23:05

ЕҢЕҮ АСЫЛМАЛАРЫ

Һәр теләгән кеше пфопобеда.рф сайтына инеп анкета тултыра ала, "добавить открытку" бүлегендә фото фотоһүрәт ҡалдырып, "Еңеү асылмалары" галереяһын байыта ала.

"Еңеү асылмалары" галеряһында үҙ һүрәтеңде күрергә теләйһеңме, улайһа ашыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған коллекцияны бер аҙнанан аҙ ғына күберәк осорҙа 10 мең һүрәт тулыландырып та өлгөргән. Һәр асылмала ветерандарға рәхмәт, улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сағыла.
Ҡотлауҙар Волга буйы федераль округында йәшәүсе милләттәр телендә яңғырай. Был хаҡта виртуаль галереяның проект авторҙары белдерә.
Уҡыусылар һәм студенттар өсөн был формат Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарихты төптәнерәк өйрәнергә, белгәндәрҙе яңыртырға мөмкинлек бирә. Хәрби операцияларҙы сағылдырған, геройҙар хаҡында һөйләгән ысын плакаттарға оҡшаш асылмалар ҙа осрай бында. Ҡайһы берәүҙәр шәхси архив фотоларын, фронт хаттарын ҡулланған.
Һәр теләгән кеше пфопобеда.рф сайтына инеп анкета тултыра ала, "добавить открытку" бүлегендә фото фотоһүрәт ҡалдырып, "Еңеү асылмалары" галереяһын байыта ала.