Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Май 2020, 12:09

Кесерткән витаминдарға бай

Яҙ етеп, йәшел үлән баштарын ҡалҡыта башлағас та, уларҙын файҙаһын күрергә ашығырға кәрәк. Мәҫәлән йәш кесерткән–витаминдар сығанағы. Был үлән йәшерәк булған һайын уның составында файҙалы матдәләр күберәк. Кесерткән тирене йәшәртергә, уны файҙалы матдәләргә байытырға һәләтле. Йәш кесерткәндән маскалар эшләргә мөмкин, уларҙың бер нисәүһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ:

Тире ҡоро булғанда, бер аш ҡалағы ваҡланған кесерткән япрағы, петрушка, бер сәй ҡалағы һөт һалып болғаталар. Ҡатнашманы биткә һөртөп, өҫтөнә салфетка һәм таҫтамал ҡапларға кәрәк. 20 минут үткәс, йылы, унан һуң һалҡын һыу менән йыуып төшөрәләр. Ҡатнашма битте дымландыра, ағарта һәм тирене витаминдарға байыта.
Биттәге һырҙарҙан ҡотолоу өсөн: бер аш ҡалағы ваҡланған кесерткәнгә бал һалып болғаталар һәм бит, муйын тиреһенә һөртәләр. 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрәләр. Ҡатнашма ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрә.
Арығанлыҡ һиҙелмәһен тиһәгеҙ бер аш ҡалағы ваҡланған кесерткән, йылы һөт һәм бер йомортҡа һарыһы алалар. Кесерткәнде һөткә һалып ун минут тоторға кәрәк. Унан һуң йомортҡа һарыһын өҫтәп болғаталар һәм бит, муйын тиреһенә һөртәләр. 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрәләр.
Читайте нас: