Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Апрель 2020, 16:10

БЕҘ - ИРЕКМӘНДӘР

Балалар баҡсаһы педагогтары ирекмәндәр рәтен тулыландырҙы.

Илебеҙҙә коронавирус пандемияһы башланыу менән ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә, өлкән быуын вәкилдәренә ярҙам итеү маҡсатында күп урындарҙа ирекмәндәр ойошмалары ойошторолдо. Беҙҙең ҡалабыҙҙа ла март айынан башлап ирекмәндәр штабы эшләй. Балалар баҡсаһы педагогтары интернет аша махсус онлайн курстар, инструктаж үтеп, танытма алғандан һуң, ирекмәндәр сафына баҫтылар. Һәм бына нисәнсе көн инде тәрбиәселәр ирекмәндәр штабында әүҙем эш алып бара. Был яуаплы осорҙа бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ!
Светлана Бикбова.