Баҡсасыларҙың күбеһе тәҙрә төптәренә үҫентеләр ултыртты ла инде. Тик улар менән бергә күпселек осраҡта өйҙә төрлө ләпәкәйҙәр ҙә оса башлай. Улар, тәү сиратта, еүеш ерҙе ярата, шундай ергә йомортҡа һала. Бынан тыш, ашламаға бай ерҙе яраталар.
Тағы ла шуны билдәләп китергә кәрәк: күпселек осраҡта беҙ магазиндан уҡ был ләпәкәйҙәр менән зарараланған ер һатып алабыҙ. Шуға белгестәр ерҙе марганцовка өҫтәлгән һыу менән эшкәртеп, йә мейестә тотоп алырға кәңәш итә.
Ләпәкәйҙәрҙең төрлөһө була. Сәскәләрҙә аҡ ләпәкәй йышыраҡ оса. Уларҙың ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙең тамырҙарына зыян килтерә.
Сцариды тип аталған ҡара ләпәкәйҙәрҙе сәскә төбөндә йыш
күрергә мөмкин. Уларҙың да ҡарышлауыҡтары үҫемлек тамырына зыян килтерә. Ләпәкәйҙәр күбәйеп китһә, ерҙең сифаты ла насарая, һауа йөрөмәй башлай.
Аҡ ләпәкәйҙәр бегония, фуксия һәм башҡа төрлө йомшаҡ япраҡлы сәскәләрҙе үҙ итә. Ә бына ҡаралары фикус, азалия, фиалка кеүек сәскәләрҙә ҡунаҡлай.
Ләпәкәйҙәрҙән нисек ҡотолорға һуң? Саралар байтаҡ, үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.
Тәү сиратта һыу ҡойоуҙы сикләгеҙ. Үҫентеләрҙең тамырын еүешләтеп кенә, 2-3 сантиметр тәрәнлектә генә һыу ҡойоғоҙ. Ләпәкәйҙәрҙең ҡарышлауыҡтары ҡоролоҡта тиҙ һәләк була. Ер ҡороп китһә, һыу һибер алдынан махсус таяҡ менән ерҙе йомшартып алығыҙ.
Һыуҙың сифаты ла йоғонто яһай. Крандан алынған һыу ҡоймағыҙ. Уны кәм тигәндә бер тәүлек тотоп алырға кәрәк.
Йәшелсә, йомортҡа бешергәндән һуң ҡалған һыу үҫемлектәргә һис шикһеҙ файҙалы. Әммә, ләпәкәйҙәр булған осраҡта, был алымдан баш тартырға кәрәк, сөнки ләпәкәйҙәр бындай һыуҙан туҡланыу өсөн аҙыҡ ала һәм шашып үрсейәсәк.
Ергә саҡ ҡына марганцовка өҫтәлгән һыу һибегеҙ. Сәскәләрҙең япрағын магазинда һатылған махсус йәшел һабын тип аталған шыйыҡса менән йыуығыҙ.
Үҫемлектәргә туралған һарымһаҡ һыуы һиптерегеҙ. Бының өсөн 3 һарымһаҡ тырнағын бер литр һыуға һалып, 4 көн тоторға кәрәк.
Химия ҡулланырға ҡарар итһәгеҙ дихлофос, йә “Мухоед”, “Интафир”, “Актара”, “Фитоспарин” кеүек инсектицидтар ярҙамға килер. Эшкәртер алдынан мотлаҡ инструкцияһы ме-нән танышырға кәрәк. Балалар һәм хайуандарҙы бүлмәнән сығарығыҙ.
Әгәр химия ҡулланырға теләмәһәгеҙ, ерҙең өҫкө ҡатламын алырға кәрәк. Ләпәкәйҙәр өсөн махсус тоҙаҡтар ҡулланығыҙ.
Тәүге осорҙа көкөртлө яғы менән ергә тығылған шырпы ла ярҙам итә. Ерҙең өҫтөнә көл һибергә, магазиндан япраҡ тәмәкеһе оно, цитрустарҙың ҡабағын һалырға була.
Әгәр ләпәкәйҙәр күпләп үрсеп китһә, яңы ер һатып алып, үҫемлектәрҙе киренән күсереп ултыртырға тура киләсәк.
Лилиә Нуретдинова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.