Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Апрель 2020, 20:12

Техно-терра махсус “ҡолаҡсындар” эшләй башланы

Сибай ҡалаһының Техно-терра Балалар технопаркы махсус “ҡолаҡсын”дар эшләгән һәм уларҙы бушлай медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырырға уйлай. Бынан тыш, домофон һәм лифт төймәләренә бармаҡ менән ҡағылмаҫ өсөн балдаҡдар ҙа уйлап сығарғандар.

Канаданың Ванкувер ҡалаһында йәшәүсе Куинн Рони исемле малай медицина хеҙмәткәрҙәренең короновирус киҙеүе ваҡытында бер туҡтауһыҙ битлек кейеп йөрөүҙән ҡолаҡтары һыҙлағанын ишетеп, битлекте эләктереп ҡуйыусы “ҡолаҡсын” уйлап сығарыуы менән күптәрҙе аптыратҡайны.
Сибай ҡалаһының Техно-терра Балалар технопаркы коллективы ла малайҙың был изге эшен хуплап, “ҡолаҡсын”дар эшләгән һәм уларҙы бушлай медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырырға уйлай. Бынан тыш, домофон һәм лифт төймәләренә бармаҡ менән ҡағылмаҫ өсөн махсус балдаҡдар ҙа эшләгәндәр.
- “Ҡолаҡсын”дарҙы ла, махсус балдаҡтарҙы ла Хай-тек кватумы педагогы, Сибай институты студенты Ғәфүр Әхмәт улы Рәхмәтуллин 3 Д принтерҙа баҫтырып сығарҙы. Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән иң алғы һыҙыҡта көрәшә. Уларҙы нисек тә булһа дәртләндереү, ярҙам итеү —беҙҙең бурысыбыҙ, тип һанайбыҙ. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла бер туҡтауһыҙ битлек кейеп йөрөүҙән дә ялҡып китәләрҙер, моғайын. Ысынлап та, битлекте был ҡолаҡсандарға элдереп ҡуйһалар, ҡолаҡ ауыртыуынан да ҡотолорҙар ине, - ти Сибай ҡалаһының Балалар технопаркы директоры Аида Малкина.