Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Апрель 2020, 14:47

Ижад вернисажы рәссамдарҙы көтә

Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, "Бәхет территорияһы" хәйриә фонды «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы менән берлектә бәпәй көткән йәки бәләкәй бала тәрбиәләгән ваҡыт менән илһамланып рәсем төшөрөүҙә үҙ талантын аса алған ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Әсәлек таланттарын аса” ижад вернисажында ҡатнашырға саҡыра.

Үҙ изоляция ваҡытында башҡарылған эштәр был күргәҙмәлә айырым урынды биләйәсәк.
Төшөрөлгән һүрәт ватман йәки туҡымала май, акрил, акварель, гуашь, пастель ҡулланып башҡарылған булырға тейеш. Дүртмөйөш йә квадрат форматта эшләнеләгән һүрәттәрҙе, рамкаға ҡуйһағыҙ тағы ла һәйбәтерәк. Картинаның темаһы, рәсем төшөрөү техникаһы төрлө булырға мөмкин. Тик исем-шәрифегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләрен семьярб.рф Башҡортостан ғаилә порталында табырға мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар апрель аҙағына тиклем ҡабул ителә, уның өсөн тултырылған анкетаны, 3 картинаның фотоһүрәтен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Конкурс ғаризаһында үҙизоляция ваҡытында башҡарылған эште билдәләү мотлаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 286-02-37 телефондары аша Республика ресурс үҙәгенә шылтыратып белә алаһығыҙ.