Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Апрель 2020, 17:50

Мөхәббәткә кәртә юҡ та ул, вирус тора арала

Апрель, май айҙарында Сибай ҡалаһы ЗАГС-ында 9 никах теркәлергә тейеш ине. Әйтергә кәрәк, май айын электән йәштәр үҙһенмәй. Әгәр ҙә никахҡа инеү мотлаҡ һәм уны бер нисек тә кисектереп тороу мөмкин түгел икән, ЗАГС-ға кейәү менән кәләш кенә килә һәм беҙ уларҙың никахын рәсми теркәйбеҙ. Ата-әсәләр, ҡунаҡтар булырға тейеш түгел.

Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығының коронавирустың таралыуына бәйле хәлдәрҙең тотороҡло булмауы хаҡындағы хатын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы ЗАГС бүлектәре никахтарҙы һәм айырылышыуҙарҙы дәүләт теркәүен туҡтатып тора.
--Никахҡа инергә теләүселәрҙән рәсми теркәлеүҙәрен һуңғыға ҡалдырып торорға, йәғни 2020 йылдың 1 июненән һуң өйләнешергә тәҡдим итәбеҙ, --ти Сибай ҡалаһының граждандар хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы А.Ә.Бохарбаева. --Апрель, май айҙарында Сибай ҡалаһы ЗАГС-ында 9 никах теркәлергә тейеш ине. Әйтергә кәрәк, май айын электән йәштәр үҙһенмәй. Әгәр ҙә никахҡа инеү мотлаҡ һәм уны бер нисек тә кисектереп тороу мөмкин түгел икән, ЗАГС-ға кейәү менән кәләш кенә килә һәм беҙ уларҙың никахын рәсми теркәйбеҙ. Ата-әсәләр, ҡунаҡтар булырға тейеш түгел.
2020 йылдың беренсе кварталында ҡала ЗАГС-ында 166 бала тыуыу, 198 кеше үлеү тураһында акт теркәлгән,83 пар никахтарын рәсмиләштергән, 59 ғаилә айырылышҡан, 7 сабыйҙы атайҙары таныған, 8 бала уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алынған, 11 кеше исемен үҙәрткән
Тыуыу, никахҡа инеү, айырылыу, баланы уллыҡҡа алыу, үлем тураһындағы ғаризаларҙы Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша бирергә була. Бөтә һорауҙар буйынса (834775) 5-93-57 телефонына шылтыратығыҙ.
Читайте нас: