АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Март 2020, 19:00

Өйҙә ятып кешелекте ҡотҡарабыҙ

Социаль селтәрҙә: “Тарихта беренсе тапҡыр диванда ҡырын ятып, телевизор ҡарап кешелек донъяһын ҡотҡарып алып ҡалабыҙ”,--тигән яҙыу таралды. Ысынлап та, шулай бит.

Социаль селтәрҙә: “Тарихта беренсе тапҡыр диванда ҡырын ятып, телевизор ҡарап кешелек донъяһын ҡотҡарып алып ҡалабыҙ”,--тигән яҙыу таралды. Ысынлап та, шулай бит.
Сибай үҙәк дауаханаһының баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов белдереүенсә, 28 һәм 29 мартта “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына 227 шылтыратыу ҡабул ителгән. Күрһәтелгән телефондар һандарына башлыса 22 мартта Сибай үҙәк баҙарында булыусылар шылтыратҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 22 мартта Матросов урамының,4 адресындағы үҙәк баҙарҙың 37-се павильонынан ит һатып алыусы сибайҙарҙан һәм Баймаҡ районы халҡынан 8-963-909-51-30, 8-927-234-83-80 (көн һайын 8.00--20.00 сәғәттәрҙә) шылтыратыуҙары һәм үҙаллы изоляция режимда ҡалыуҙары һоралғайны.
--Шул көндә баҙарҙа ит һатып алыусылар ваҡытлыса үҙаллы изоляция режимында ҡалыуҙарын дауам итә,--тип белгертте Радик Буранбай улы.—Уларҙың 197-һенә шәхси мониторинг карточкаһы асылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре көн һайын шылтыратып, хәлдәрен белешеп тора. Үҙәк дауахана белгестәре ҡалалаштар янына барып коронавирус инфекцияһына биоматериалдар ала. 30 марттың 11.00 сәғәтенә 53 кешенән анализ алынған.
Баш табип ҡалалаштарҙы үҙаллы изоляция режимында ҡалырға, шул рәүешле үҙҙәрен һәм яҡындарын ҡайғыртырға, хәстәрләргә саҡыра.