Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Март 2020, 17:05

Ирекмәндәр эшләй

Эпидемияға ҡаршы саралар күреү һәм йоғошло сир таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында Сибай үҙәк дауаханаһының поликлиникаһына ингән ерҙә пациенттарҙың ҡулын эшкәртеү ойошторолған. Медицина колледжы ирекмәндәре учреждениеға инеүсе һәр ауырыу, уларҙы оҙатып йөрөүсе туғандары менән эшләй. Бинаға ингәндә лә, сыҡҡанда ҡулды махсус шыйыҡса менән һөртөү вирус таралыу хәүефен күпкә кәметә.

Дауахананың барлыҡ бүлектәрендә лә, поликлиниканың һәр ҡатында постерҙар һәм атисептиклы дозаторҙар ҡуйылған.
Сибай ҡалаһында коронавируслы сирлеләр теркәлмәгән, был хәл етәкселек тарафынан айырым контролдә тотола. Дауахана табиптары ирекмән студенттарға әүҙем тормош позицияһы алып барғандары, әйләнә-тирәгә битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерә.
Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был үҙенә күрә тәжрибә һәм һайлаған һөнәрҙәренең әһәмиәтенә төшөнөү. Ҡыҙҙар-егеттәр уларҙың хеҙмәте кәрәк булғанда уны намыҫ менән күпме кәрәк шуның сама ваҡыт атҡарырға риза.