Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Март 2020, 11:25

Мәғлүмәт һәр саҡ кәрәк

Заявкаларҙың күп өлөшө (63) муниципаль хеҙмәттәр республика порталы аша ебәрелгән. Күп функциялы үҙәк аша 16 ғариза теркәлһә, Пенсия фонды, VIPNET каналы буйынса 109 заявка булған. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек буйынса 178 кеше һорауҙар юллаһа, 38 кеше шәхсәт мөрәжәғәт иткән.

Сибай ҡала хакимиәтенең архив бүлеге март айында ғына 404 заявканы хеҙмәтләндергән. Шулар араһында иң ҙур һорау менән ҡулланған мәғлүмәт—эш хаҡын һәм хеҙмәт стажын раҫлаусы документтар. Бындай мәғлүмәт башлыса хаҡлы ялға сығыусыларға һәм социаль ярҙам юллаусыларға кәрәк.
--Шулай уҡ милеккә ҡағылышлы үтенестәр ҙә күп, сөнки беҙҙә хакимиәттең ер участкаларын бүлеү һәм башҡа документтары һаҡлана,--ти архив бүлеге начальнигы Н.И.Зәйнуллина.
Заявкаларҙың күп өлөшө (63) муниципаль хеҙмәттәр республика порталы аша ебәрелгән. Күп функциялы үҙәк аша 16 ғариза теркәлһә, Пенсия фонды, VIPNET каналы буйынса 109 заявка булған. Ведомство-ара хеҙмәттәшлек буйынса 178 кеше һорауҙар юллаһа, 38 кеше шәхсәт мөрәжәғәт иткән.
Әлеге көндә бүлектә заявкаларҙы “Цифрлы технологиялар һәм проекттар”милли проекты сиктәрендә дәүләт хеҙмәттәре төбәк порталы https://gosuslugi.bashkortostan.ru/аша хәстәрләү системаһын индереү буйынса эштәр көйгә һалына.
#нацпроекты#миллипроекттар