Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Март 2020, 10:00

Архив хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне

Сибай ҡалаһының архив бүлегендә 40 меңдән ашыу документ һаҡлана. Уларҙың төп өлөшөн урындағы предприятие, ойошма, учреждениеларҙың эшмәкәрлектәре отчеттары, властың башҡарма һәм закондар сығарыу ҡарарҙары, тарихи, йәмғиәт, юридик ҡиммәткә эйә булған архитектура, мәҙәниәт һәм башҡа документтар тәшкил итә.

Архивтар мәғлүмәт үҙәге булараҡ, документтар, дәүләт менән эффектлы идара итеүгә, шулай уҡ үткәндәрҙе фәнни күҙлектән баһаларға булышлыҡ итә.
Сибай ҡалаһының архив бүлегендә 40 меңдән ашыу документ һаҡлана. Уларҙың төп өлөшөн урындағы предприятие, ойошма, учреждениеларҙың эшмәкәрлектәре отчеттары, властың башҡарма һәм закондар сығарыу ҡарарҙары, тарихи, йәмғиәт, юридик ҡиммәткә эйә булған архитектура, мәҙәниәт һәм башҡа документтар тәшкил итә.
--Беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге тарихи сығанаҡтар менән файҙалы идара итеүгә, архив мираҫын ҡулланыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән,--ти ҡала архивы бүлеге мөдире Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина.--Мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт менән тәьмин итеү, документтарҙы тейешле кимәлдә һаҡлау өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Был үҙ нәүбәтендә архивтың эшмәкәрлегенә йоғонто яһамай ҡалмай. 2019 йылдан уҡыусылар залы булдырылды. Планетар сканерҙың урынлаштырылыуы бик отошло. Заманса техника боронғо ҡағыҙҙар менән бик һаҡ эш итергә ярҙам итә.