Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Март 2020, 11:35

ӘСӘЛЕК КАПИТАЛЫН АЛЫУ ЯБАЙЛАША

Әсәлек капиталы автоматик рәүештә күсерелеүе лә ихтимал... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әсәлек капиталы автоматик рәүештә күсерелеүе лә ихтимал. Дәүләт етәксеһе уны биреүҙә 15 көндән 5 көнгәсә ҡыҫҡартырға ҡушты.
Байрам алдынан ил президенты Иваново өлкәһендә булды. Унда ул демография мәсьәләһенә лә ҡағылып үтте. Осрашыу мәлендә бер ҡатын әсәлек капиталын юллау оҙайлы процесс булыуын әйтеп, ипотекаға фатир алыуҙы ҡатмарлаштырыуын белдерҙе.
--Әсәлек капиталын юллау ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушҡайным инде. Әле 15 көндән 5 көнгә ҡалдырыу тураһында һөйләшәбеҙ,--тип яуапланы В.В.Путин.—Киләсәктә кешенең кәрәкле структураларға мөрәжәғәте лә кәрәкмәйәсәк. Бары тик идаралыҡ органдары, компаниялар һәм финанс учреждениелар үҙ-ара электрон системала мәғлүмәт бүлешергә тейеш буласаҡ. Бының өсөн төбәктәрҙә тулы база булдырыу талап ителә.
Президент әйтеүенсә, әлеге тәңгәлдә эш бара, бурыс ҡуйылған.
--Был эш киләһе йылдан үҙ көсөнә инер тип уйлайым. Татьяна Алексеевна, тиҙләтергә тырышығыҙ,--тип өндәште осрашыу мәлендә дәүләт башлығы вице-премьер Татьяна Голиковаға.
#Демография#ВВПУТИН#жилье