Сибай ҡалаһының моделле йәштәр -үҫмерҙәр китапханаһында Рәсәй юристар ассоциацияһының урындағы бүлеге хеҙмәткәрҙәре халыҡты бушлай ҡабул итте. Мөрәжәғәт итеүселәр белгестәрҙән күп ҡатлы йорттарға иҫәпләү приборҙары ҡуйыу, йылылыҡ өсөн артыҡ түләгән аҡсаны кире ҡайтарып алыу, йөклө ҡатынды эштән сығарыу, банкка бурыс ҡайтарыуҙы кисектереп тороу, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау кеүек һорауҙарына яуап алды.