Миҙгелдәр алмашыныуы—тотороҡһоҙ мәл: көндөҙ иретә, ҡыйыҡтарҙан тамсы тама, бысрата. Төндә иһә һыуыта һәм боҙлауыҡ хасил була, ҡыйыҡтан тамған тамсылар боҙбармаҡҡа әүерелә. Боҙмармаҡтар кешеләр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ҡыш китеп, яҙ килгәндә һәр ваҡыт ошондай мәшәҡәттәр була. Һуңғы арала яуған ҡар ҡыйыҡтарға ятып тағы ла хәлде ҡатмарлаштырҙы.
Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” яуаплылылғы сикләнгән йәмғиәте ҡарамағындағы күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын, һыу торбаларын, плитәләрҙе эшселәр бригадаһы таҙарта. Уларға ике берәмек автовышка ярҙам итә. Торлаҡ участкалары махсус транспорт менән сират буйынса хеҙмәтләндерелә. Иң беренсе нәүбәттә йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙырған урындар таҙартыла. Идарасы ойошма күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын, подъезд өҫтөндәге япманы, өҫкө ҡаттағы балкондарҙың бетон плитәләрен, йәғни төҙөгән мәлдә ҡоролған объекттарҙы тәртиптә тота. Ә бына балкон япмалары, тәҙрә рамдарын, кондиционерҙарҙы, спутник антенналарын һәм башҡа конструкциялар дөйөм мөлкәт иҫәбенә инмәй һәм уларҙы ҡарау шәхси милекселәр иңендә. Әлбиттә, балкондағы боҙбармаҡты аҫта үтеп барыусылар барлығын асыҡламай тороп емереп төрөшөргә ярамай. Башта хәүефһеҙлекте тикшерегеҙ һәм балкон эсендә тороп уның түбәһенә берәй әйбер менән һуҡҡылағыҙ. Боҙбармаҡтар аҫылынып торған урындарҙы урап үтегеҙ, өҫтән ниндәйҙер тауыш ишетһәгеҙ, күтәрелеп ҡарамағыҙ, киреһенсә аҙымдарығыҙҙы шәбәйтегеҙ. Балаларығыҙ стена буйҙарында, ҡыйыҡ аҫтында уйнамаһын. Мөлкәтегеҙҙең имен булыуын теләһәгеҙ автомобилдәрегеҙҙе тейешле урынға ултыртығыҙ, балкон, кәрниз аҫтына, стенаға яҡын ҡуймағыҙ.
Әгәр ҙә ҡыйыҡтан ҡар ишелеп килеүен, ҡурҡыныс булып боҙбармаҡ аҫылынып тороуын күрһәгеҙ, Торлаҡ коммуналь-хужалыҡҡа әйки идарасы компанияға шылтыратығыҙ. Телефон һандары квитанцияларҙа күрһәтелгән. “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” яуаплылылғы сикләнгән йәмғиәте авария-диспетчер хеҙмәтенең телефоны 5-85-85.