Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Март 2020, 10:40

Башҡортса шаяниум

«Башҡортса шаяниум» уйындарында педагогика һәм технология факультеттарынан ҡатнашҡан командалар йор һүҙлелектә, шаянлыҡта һәм тапҡырлыҡта көс һынашты.

БДУ-ның Сибай институтында Башҡорт теле йылына арналған «Башҡортса шаяниум» уйындары үтте. “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” программаһы сиктәрендә үткәрелгән «Башҡортса шаяниум» уйындарында педагогика һәм технология факультеттарынан ҡатнашҡан командалар йор һүҙлелектә, шаянлыҡта һәм тапҡырлыҡта көс һынашты.
--Сәләмләү конкурсы сиктәрендә командалар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң, хәҙерге заман күренештәренә һәм проблемаларына юмористик формала үҙ ҡараштарын белдерҙе. Шаян уйындарҙың икенсе этабында студенттар жюри тарафынан бирелгән һорауҙарға тапҡыр һәм оригиналь яуап ҡайтарҙы. Аҙаҡ конкурсҡа төшөрөлгән вайндар – ҡыҫҡа ҡыҙыҡлы видеояҙмалар тәҡдим ителде,--ти жюри ағзаһы Рәүилә Хәсәнова.
Конкурстар һөҙөмтәһе буйынса I урынды «Йолҡоштар» командаһы (педагогика факультетының III курс студенттары), II урынды «Баҡырса» командаһы (педагогика факультетының V курс студенттары), III урынды «Теге өсәү» командаһы (технология факультетының йыйылма командаһы) яуланы. Педагогика факультетының «Башҡорт ҡыҙҙары һәм Оля» командаһы иһә «Өмөт» номинацияһында билдәләнде. Бынан тыш «Иң сағыу шаяртыу» номинацияһы – Илсур Сәғитовҡа, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» – Нурзилә Алсыноваға, «Иң яҡшы ир-егет роле» – Илһам Баһаутдиновҡа тапшырылды.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: