2020 йылдың 15 майында һәм 22 сентябрендә Рәсәйҙә “Велосипедта—эшкә” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Был сара кешеләрҙе транспорттан айырылып, сәләмәт йәшәү рәүешенә этәрә һәм хәрәкәт итеүгә әйҙәй. Шул уҡ ваҡытта экология проблемаларына иғтибар йәлеп итә.
2019 йылда акция Рәсәйҙең 35 субъектында үтте. Ҡала һәм төбәк етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡтар хеҙмәткәрҙәре сараға ҡушылып, башҡаларға өлгө күрһәтте. 400-ҙән ашыу компания акцияға ҡушылып, 1 миллиондан ашыу хеҙмәткәрен велосипедҡа ултыртты.