АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Февраль 2020, 14:30

ТУҒАНДАРЫН ЭҘЛӘЙҘӘР...

Ата-бабаң Фин ҡултығында һуғышҡанмы? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Рәсәй Почтаһы “Бөйөк Еңеү кораблдәренә баш эйәбеҙ” Халыҡ-ара проектын хуплай һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Фин ҡултығында һәләк булған Башҡортостан подводниктарының (һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе) туғандарын эҙләй. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сара маҡсаты моряктар ҡаһарманлығын мәңгеләштереү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Яугирҙарҙың туғандары табылһа, мәғлүмәттәр Рус география йәмғиәте ярҙамында проектты тормошҡа ашырыусы Разведка-водолаз клубына ебәреләсәк.
Әле Рәсәйҙең 45 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда эҙләнеү эше башланды.
Сара сиктәрендә, подводниктарҙың туғандарына Кронштадта “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашырға хоҡуҡ бирелә. Шулай уҡ был ғаиләләргә һаҡланған фотоһүрәттәр һәм мәғлүмәттәр биреләсәк.
Кемдәрҙең яуҙа үлгән подводник туғандары бар, улар урындағы почта бүлегенә йәки Башҡортостандың Почта идаралығына хәбәр итһен. Бәйләнеш өсөн: (347)273-76-89, [email protected].
Әйткәндәй, разведка-водолаз клубы 700-ҙән ашыу подводник хаҡында мәғлүмәт табыуға өлгәшкән.
Читайте нас: