Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Февраль 2020, 15:00

Мөһим документтар кәрәкле урында

Был документтар оло тарихи әһәмиәткә эйә, сөнки улар ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле аныҡ ваҡиғаларҙы тергеҙеп була.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Милли архивында булып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың иҫтәлектәрен һаҡлауға тапшырҙы. Был документтарҙы төбәк етәксеһенә Донбассҡа барғанында Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылы халҡы биргән. Был документтар оло тарихи әһәмиәткә эйә, сөнки улар ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бәйле аныҡ ваҡиғаларҙы тергеҙеп була.
Читайте нас: