Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Ғинуар 2020, 14:30

Ғаилә бәхетенә һан, йыл ҡамасау түгел

Быйыл Кәбисә йылы булһа ла, ғаилә ҡорорға теләүселәр һаны башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә кәм булмауы ҡыуандыра. Ғаиләнең ныҡлығы йылға түгел, икәүҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйле булыуын иҫтәренән сығармаһындар ине.

Сибай ЗАГС бүлеге начальнигы А.Ә.Бохарбаева әйтеүенсә, 20 февралдә ҡалала 7 пар никахҡа инергә теләп ғариза биргән.
--Был көн кесаҙнаға тура килә, әммә беҙ йәштәрҙең теләген кире ҡаҡманыҡ һәм кесаҙна, йома, шәмбе көндәре никахтарҙы рәсми теркәйәсәкбеҙ,--ти Айгөл Әҡсән ҡыҙы. –Быйыл Кәбисә йылы булһа ла, ғаилә ҡорорға теләүселәр һаны башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә кәм булмауы ҡыуандыра. Ғаиләнең ныҡлығы йылға түгел, икәүҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйле булыуын иҫтәренән сығармаһындар ине.
Матур дата һайларға теләүселәргә шуны ла әйтәбеҙ: быйыл 20 март (йома, 20.03.20), 20 июнь (шәмбе, 20.06.20), 20 ноябрь (йома, 20.11.20) ҡабатланған һандарҙан тора.