АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғлүмәт
29 Ғинуар 2020, 13:05

БАЛАМ ЛАГЕРҒА БАРҺЫН ТИҺӘҢ…

Ниндәй документтар кәрәк һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

2020 йылдың 1 ғинуарынан ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙың ялын ойоштороу эше урындағы үҙидаралыҡҡа тапшырыла. Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан стационар лагерҙарҙа ял итеү өсөн муниципаль органға, йәғни мәғариф бүлегенә түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:
1) шәхесте аныҡлаусы документ йә паспорт
2) баланың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ
3)14 йәшкә еткән балалар өсөн паспорт
4) улыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), опекаға, ғаиләгә алынған бала булһа, шуны раҫлаған документ
5) аҙ тәьмин ителгән ғаилә ғатегорияһына ҡарауҙы иҫбатлаусы справка
6) ышаныс ҡағыҙы (доверенность)
7) шәхси белешмәләрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ
Читайте нас: