Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Ғинуар 2020, 13:00

Һөт ризыҡтары бушлай таратыла

Кефир, аҡ эремсек, йогурт һәм башҡа һөт ризыҡтарын бушлай алырға була...Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Тиҙҙән Сибайҙа ла һөт кухняһы булдырыла тип кисә генә хәбәр иткәйнек. Бөгөн өҫтәп шуны ла белдерәбеҙ: киләһе аҙнала аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр Маяковский урамы, 26 адресы буйынса кефир, йогурт, аҡ эремсек һәм башҡа һөт ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Улар Белорет ҡалаһынан килтерелә. Ә ҡоро ҡатышмалар һәм бутҡаларҙы (сухие смеси и каши) Ленин урамы, 44 адресы буйынса урынлашҡан 127-се дарыухананан алырға була.
Ә һөт кухняһы яҙ айында Чайковский, 13 адресы (балалар соматикаһы артында) буйынса асыласаҡ. Бында һөт ризыҡтары килтереләсәк, ҡаптарға тултырыласаҡ. Әле бина төҙөлә, коммуникация үткәрелә.