АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Ғинуар 2020, 20:03

Рәмилде ҡыйырһытыусы ғәйебен таныған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәмил Шәмсетдинов уҙған йылдың 25 октябрендә Байкал аръяғындағы хәрби часта үҙе менән бергә хеҙмәт иткән һигеҙ кешене атып үлтергән ине.Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Үҙе менән бергә хеҙмәт иткән һигеҙ кешене атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаты журналистарға хәбәр итеүенсә, бабайлыҡ буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Руслан Нагиев “хәрбиҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттә устав ҡағиҙәһен боҙоу” менән бәйле эштә, Шәмсетдиновтан тыш, тағы ла өс кеше зыян күреүсе булып тора, тип асыҡлыҡ индерә.
Шулай уҡ Рәмил менән бергә хеҙмәт итеүселәрҙең уның аҡсаһын һәм банк картаһын тартып алыуы буйынса ла тикшереү алып барыла. Мәғлүмәт иҫбатланған хәлдә, тағы ла бер енәйәт эше асылыуы мөмкин.
Адвокат әйтеүенсә, “хәрбиҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттә устав ҡағиҙәһен боҙоу” эше буйынса берҙән-бер ғәйепләнеүсе эште айырым тәртиптә ҡарауҙы талап иткән. Шуға күрә Нагиев ул үҙенең ғәйебен таныны тип иҫәпләй.
Әлбиттә, әлегә Рәмилде тулыһынса азат итеү тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. Сөнки һигеҙ ҡорбан-уйын эш түгел. Ғөмүмән, уға ҡарата асылған енәйәт эше ентекле тикшереү талап итә.
Бабайлыҡ буйынса енәйәт эшенең ағымдағы йылдың ғинуар айында ҡаралыуы көтөлә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәмил Шәмсетдинов уҙған йылдың 25 октябрендә Байкал аръяғындағы хәрби часта үҙе менән бергә хеҙмәт иткән һигеҙ кешене атып үлтергән ине. Һалдат ҡасып маташманы, шунда уҡ террорға ҡаршы төркөм ағзаларына ҡаршылыҡһыҙ бирелде.
Читайте нас: