Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Ноябрь 2019, 16:33

ГАЗ ҮТКӘРЕҮГӘ ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМ БҮЛӘ

Республика Хөкүмәте ултырышында йорттарға газ үткәреү өсөн сертификат булдырылыу тураһында мәсьәлә ҡаралды. Республикала бындай ярҙам төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров Указы менән тормошҡа ашырыла. Был сертификатҡа кемдәр дәғүә итә ала һәм уны юллау тәртибе тураһында «АТАЙСАЛ» гәзите сайтында уҡығыҙ

Республика Хөкүмәте ултырышында йорттарға газ үткәреү өсөн сертификат булдырылыу тураһында мәсьәлә ҡаралды. Республикала бындай ярҙам төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров Указы менән тормошҡа ашырыла.
Дәүләт ярҙамы сертификаттарын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һуғыш, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр дәғүә итә ала.
Уның номиналы 60 мең һум тәшкил итә. Был сумманы аҙ тәьмин ителгән статусы булмаған инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә. Ә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр өсөн 100 мең һум биреү ҡаралған.
Иң башта “Газпром газ бүлеү Өфө” ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ һәм йортоғоҙға газ үткәреүҙең техник мөмкинлектәре хаҡында белешегеҙ. Әгәр барыһы ла яҡшы икән, һеҙҙең менән газ үткәреү тураһында килешеү төҙөйәсәктәр. Артабан ошо килешеү һәм башҡа йыйылған документтар менән Күп функциялы үҙәктәргә, халыҡты социаль яҡлау бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай итеп, документтарҙы ҡабул итеп, ыңғай ҡарар булһа, һеҙгә сертификат тапшырасаҡтар.
Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ: паспорт йәки ышаныс ҡағыҙы; газ үткәреү тураһындағы килешеү (уға ҡул ҡуйылған булырға тейеш); ташламаларға хоҡуҡлы икәнлегегеҙҙе раҫлаусы документтар.
Был сертификат менән ер участкаһы сиктәренә тиклем һәм уның сиктәренән тыш газ үткәреү, төҙөлөш-монтаж, газ ҡоролмаһын ҡуйыу һәм монтажлау эштәрен ҡапларға мөмкин.
Газ үткәргәнгә тиклем йортта йылытыу системаһын, елләтеү, төтөн юлы системаһын, газ ҡоролмаһын ҡуйырға тейешһегеҙ. Сиратта торғандарға аҡса килгән һайын сертификат алыу өсөн саҡырасаҡтар. Уны алыу өсөн ике ай ваҡыт бирелгән.
Сертификатты алғандан һуң “Газпром газ бүлеү Өфө” ойошмаһы йәки подрядсы компания менән эштәрҙе сертификат менән ҡаплауығыҙ тураһында тағы өҫтәмә килешеү төҙөргә тура киләсәк. Ә “зәңгәр яғыулыҡ” йортҡа үткәрелгәс, Күп функциялы үҙәккә йәки Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығына (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 101) түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк: сертификат алған кешенең паспорты, эште башҡарыусының ҡултамғаһы ҡуйылған сертификат, йортҡа газ үткәреү тураһында килешеүҙәр йәки уларҙың нотариаль күсермәләре, эште башҡарыусының һәм сертификат алған кешенең эштең атҡарылыуын раҫлап ҡултамғаһы ҡуйылған акт, “Газпром газ бүлеү Өфө” ойошмаһының һәм сертификат алыусының газ үткәрелгәнлеген раҫлап ҡул ҡуйған акты. Әгәр барыһы ла дөрөҫ икән, ике аҙна эсендә подрядсыға аҡса күсереләсәк.
Сертификатты ике йыл эсендә файҙаланырға кәрәк, сөнки аҙаҡ ул ғәмәлдән сығасаҡ һәм сиратта торған икенсе кешегә тапшырыласаҡ.
Читайте нас: