Шәмсетдинов әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр араһындағы кешелекһеҙ, кәмһетеүле мөнәсәбәттәр Рәмилде ҡоралға тотонорға мәжбүр иткән. Край гәзиттәренең береһендә баҫылған интервьюла атай кеше улының ҡарашы өлкәнәйеп китеүен, психикаһында бер ниндәй ҙә үҙгәреш күҙәтелмәүен белдергән. Улы өйҙәге хәлдәрҙе һорашҡан, төрмәлә армиялағыға ҡарағанда яҡшыраҡ ашатыуҙарын билдәләгән. “Фажиғә тураһында һөйләшмәнек, әммә мин был хәлдең “дедовщина” арҡаһында килеп сыҡҡанын аңланым,”—тигән атаһы.