Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Ноябрь 2019, 11:37

Иғтибар: кастинг!

“Башҡортостан” киностудияһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Ап-аҡ ҡарҙар” нәфис фильмы төшөрөлә. Ижади төркөм киноға төшөрөү өсөн 6-8 йәшлек 2 ҡыҙ эҙләй.

“Башҡортостан” киностудияһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Ап-аҡ ҡарҙар” нәфис фильмы төшөрөлә. Ижади төркөм киноға төшөрөү өсөн 6-8 йәшлек 2 ҡыҙ эҙләй.
Талаптар:
1-се ҡыҙ: типик башҡорт йөҙлө, комплекстары булмаған, башҡортса таҙа һөйләшкән, ижади, ҡыйыу, әүҙем, тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы күренергә тейеш.
2-се ҡыҙ: башҡортса таҙа һөйләшергә, әүҙем, ижади һәләтле, тәүәккәл булырға һәм шулай күренеүе мотлаҡ.
Балаларҙың фотоһын һәм бәйләнеш өсөн телефон һандарын [email protected] адресына ебәреүегеҙ һорала. Хатығыҙ темаһында КАСТИНГ–ҡа һылтанма яһағыҙ. Теләгегеҙ булһа ҡыҫҡа видео (1 минутлыҡ) төшөрөп һалығыҙ.
Кинокартинаның продюсеры Айнур Асҡаров, режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова. Киноны төшөрөү 2019 йылдың декабрендә башлана.
Читайте нас: