АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Ноябрь 2019, 17:40

МӘСЕТ АҠСАҺЫН—ҺЫРАҒА...

Аҡса өсөн кеше нимәләр генә эшләмәй. Яңыраҡ Башҡортостандың Балтас районы Уразай ауылында 18 йәшлек үҫмер егет төндә мәсеткә инеп, хәйер аҡсалары ятҡан ҡумтаны асып, 7 мең һумды урлай.

Аҡса өсөн кеше нимәләр генә эшләмәй. Яңыраҡ Башҡортостандың Балтас районы Уразай ауылында 18 йәшлек үҫмер егет төндә мәсеткә инеп, хәйер аҡсалары ятҡан ҡумтаны асып, 7 мең һумды урлай. Ҡараҡты Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тота. Үҫмер егет аҡсаның яртыһын тәмәке, һыраға тотонғанлығын әйтә. Ҡалған яртыһын мәсеттең имамына ҡайтарып бирәләр. Республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, егеткә ҡарата енәйәт эше асылған.