Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Ноябрь 2019, 10:19

Әсәлек капиталына машина алып буламы?

Дәүләт думаһы депутаттары ҡабаттан Әсәлек капиталына машина алыуҙы рөхсәт итеү тураһындағы закон проектын тәҡдим итә. Бында һүҙ Рәсәйҙә сығарылған 1 млн һум торған автомобилдәргә ҡағыла.

Дәүләт думаһы депутаттары ҡабаттан Әсәлек капиталына машина алыуҙы рөхсәт итеү тураһындағы закон проектын тәҡдим итә. Бында һүҙ Рәсәйҙә сығарылған 1 млн һум торған автомобилдәргә ҡағыла. Ростов, Калининград өлкәләрендә, Бүрәт республикаһында, Ямал-Ненец автономиялы округында был күптән рөхсәт ителгән. Закон проектын “Ғәҙел Рәсәй” партияһы лидеры А. Миронов тәҡдим итә. Шарт буйынса, автомобиль өс пассажир һыйҙырышлы һәм унда 125 ат көсө булырға тейеш. Партия етәксеһе фекеренсә, бала тыуыу менән ата-әсәгә транспорт икеләтә кәрәк. Закон ҡабул ителә ҡалһа, ғаилә өсөн дә, Рәсәй автомобиль промышленносына ла файҙа буласаҡ.
Ләкин, Хөкүмәт был инициативаны кире ҡаға. Әсәлек капиталының 98 проценты торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулланылырға тейеш тиелә.