Башҡортостанда “Беренсе бала тыуғаны өсөн 300 мең һум юлла” программаһы тамамлана. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем беренсе балалары тыуған ғаиләләр 300 мең һумлыҡ сертификат алыуға хоҡуҡлы ине. Уның менән ипотеканы түләргә, фатир һатып алырға йәки өй төҙөргә мөмкин.
Программала ҡатнашырға теләгәндәр шул тиклем күп булған, шуға күрә сертификат таныҡлыҡтарын тапшырыу бер нисә этапҡа бүленгән.
Беренсе этапта – 2018 йылдың 3 сентябренә тиклем сиратҡа торған ғаиләләр ала. Улар өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был ғаиләләр яҡын арала ярҙам алыу өсөн кәрәкле документтарын яңыртырға, теүәлләргә тейеш.
Икенсе этапта 1880 ғаилә сертификатҡа дәғүә итә, йәғни улар иҫәпкә 2018 йылдың 3 сентябренән һуң торған. Улар өсөн тәғәйен 564 миллион һум аҡса республиканың киләһе йылғы бюджетына һалынған. Башҡортостан республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе йылға бюджетты раҫлау менән сертификатты алыу өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин була. Был этапта ғаиләләргә аҡсаны 2020 йылдың башында бирә башлаясаҡтар.
Документтарын ваҡытында һәм тейешле тәртиптә тапшырған бөтә ғаиләләр ҙә сертификат таныҡлыҡтары аласаҡ.
Дәүләт ярҙамын 9 ай эсендә тотонорға кәрәк. Шулай уҡ сертификат аҡсаһына һатып алынған йорт, фатир Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.