Сибай ҡалаһында цифрлы мультиплексҡа тоташыуҙа ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр ҡоролмаларҙы телевизорға тоташтырыу, көйләү буйынса эштәр башҡара. Улар хатта ниндәй приставка, антенна һатып алыу кәрәклеген дә аңлата. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә компенсация түләү буйынса ла консультанттарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.