Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Октябрь 2019, 15:46

Эш сәғәттәре ҡыҫҡара

Ауылда эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы буласаҡ. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына был өҫтәмәне Дәүләт Думаһы индерҙе.Иң мөһиме—эш хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһыныҡы менән тиң буласаҡ.

Ауылда эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы буласаҡ. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына был өҫтәмәне Дәүләт Думаһы индерҙе.
Иң мөһиме—эш хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһыныҡы менән тиң буласаҡ. Закон проекты шулай уҡ сменалы эш трафигында ҡатын-ҡыҙҙарға эш хаҡын күберәк түләүҙе вәғәҙәләй. Законды тикшергәндә депутаттар проектҡа тағы ла бер нәмәне—эш хаҡы күләме закондың үҙ ҡарарына ингәндән һуң кәмергә тейеш түгел тигәнде индерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бығаса ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө федераль закон менән нығытылмағайны.
Читайте нас: