Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Октябрь 2019, 15:51

Беҙ ҡапсыҡта ятмай

Баймаҡ районынан 32 йәшлек ҡатын йәшертен рәүештә Өфөлә һәм Һамар өлкәһендә наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән. Ул заказдарҙы интернет аша ҡабул иткән һәм бәләкәй дозаларға бүлеп, буш тәмәке ҡаптарына йәшереп һатҡан.

Баймаҡ районынан 32 йәшлек ҡатын йәшертен рәүештә Өфөлә һәм Һамар өлкәһендә наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән. Ул заказдарҙы интернет аша ҡабул иткән һәм бәләкәй дозаларға бүлеп, буш тәмәке ҡаптарына йәшереп һатҡан. Республика Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында наркодилерҙы Өфөнән сығып барғанда ҡулға алған. Уның сумкаһындағы наркотиктарҙың дөйөм күләме 100 грамм тәшкил иткән. Ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән, быға ҡәҙәр хөкөмгә лә тарттырылмаған булған. Әлеге ваҡытта ул һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған.