АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Октябрь 2019, 12:39

20 канал, 3 радио тота

Цифрлы мультиплекс аша телевизор ҡараусылар 20 канал--Первый канал, Россия 1, Россия 24, Россия К, Матч, НТВ, 5 канал, «Карусель», ОТР, ТВЦ, Рен, Спас, СТС, Домашний, ТВ-3, «Пятница», «Звезда», «Мир», ТНТ, Муз һәм 3 радиоканал тыңлай. Һауа торошона ҡарамай, телевидение һәм радионың сифаты һәр ваҡыт юғары.

Тағы шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: цифрлы каналға күскәндә ике төр категориялы граждандарға—ҡарттар йортонда көн күреүселәргә һәм субтитр ярҙамында телетапшырыуҙар ҡарған насар ишетеүселәргә ярҙам күрһәтелә.
Цифрлы мультиплекс булған ерҙә йәшәгән оло кешеләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҡорамалдар һатып алыуға 1 мең һумлыҡ аҡсалата компенсацияға дәғүә итә ала. Уны юллау өсөн урындағы республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Цифрлы телевидение булмаған ерҙә йәшәүселәргә «Спутниктелеком» йәмғиәтенең спутник тәрилкәләрен ҡуйҙырыуға урындағы власть ярҙам итергә бурыслы.
Дәүләт ярҙамына дәғүә итеүселәр 2019 йылдың 29 ноябренә ҡәҙәр ғариза яҙа ала.
Цифрлы телевидениеға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, “Ҡыҙыу линия”ның 8-800-347-00-55 һандарына шылтыратығыҙ. Консультациялар алыу өсөн федераль РТРС линияһы һандары--8-800-220-20-02.