АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Октябрь 2019, 16:31

Өйҙән сыҡмайынса ла түләргә мөмкин

Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығышында йәшәүселәр иғтибарына!Урал аръяғы төбәгенән, шул иҫәптән Сибай ҡалаһынан сүп-сар сығарыусы "Эко-Сити" операторы түләүҙәрҙе интернет аша ҡабул итә башланы.

Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығышында йәшәүселәр иғтибарына!
Урал аръяғы төбәгенән, шул иҫәптән Сибай ҡалаһынан сүп-сар сығарыусы "Эко-Сити" операторы түләүҙәрҙе интернет аша ҡабул итә башланы. Был хаҡта республиканың экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Йәмғиәт ошо көндәрҙә түләүҙәрҙе интернет аша атҡарыу өсөн Һаҡлыҡ банкыһы менән килешеү төҙөгән. Аҡса түләү өсөн:
- сайтҡа үтеп, шәхси иҫәп (лицевой счет, ҡағыҙ квитанцияла яҙылырға тейеш) менән шәхси кабинетҡа инергә;
- бурысты ҡарарға;
- банк картаһы һандарын яҙырға һәм түләргә мөмкин. Visa, MasterCard һәм Мир ҡабул ителә;
- яуапҡа электрон чек киләсәк.
Интернет аша түләгәндә банк комиссияһы алынмай. Шәхси кабинетта күсерелгән аҡса суммаһын ҡарарға, артыҡ түләгәнде ҡайтарып алырға, квитанциялағы хатаны төҙәтергә лә мөмкин.