Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Октябрь 2019, 16:42

Донъябыҙ теүәлләнде!

Табиптар: “Балаң йәшәмәйәсәк, унан баш тарт!”— тип бер туҡтауһыҙ өгөтләгәс, йәш әсә сабыйынан баш тарта. Ул хәлдән 16 йыл ваҡыт үтеп китеп, йөрәк яралары уңалып бөткәс, көтмәгәндә әсә инвалид балаһы менән осраша.

Табиптар: “Балаң йәшәмәйәсәк, унан баш тарт!”— тип бер туҡтауһыҙ өгөтләгәс, йәш әсә сабыйынан баш тарта. Ул хәлдән 16 йыл ваҡыт үтеп китеп, йөрәк яралары уңалып бөткәс, көтмәгәндә әсә инвалид балаһы менән осраша.
Мәскәү интернаттарының береһендә уникаль хәл була—ауыр сирле 16 йәшлек үҫмерҙе ғаиләгә алалар. Етмәһә, сит кешеләр түгел, уны үҙ ата-әсәһе барып алып ҡайта.
5 айлыҡ йөклө буласаҡ әсә гестозға дусар була. Был ҡатындың организмы үҙенән-үҙе яралғыны этәреү патологияһы. Ҡарындағы бала ныҡ зыян күрә, гипоксия була, йәғни уға кислород етешмәй. Билдәле, бала үҫешеүҙән дә туҡтай.
Әсәне ҡотҡарыр өсөн йөклөлөктөң алтынсы айы киткәндә кесарево сечение ярҙамында баланы ҡарындан ҡырҡып алалар. Малай сибек кенә, ни бары 900 грамлыҡ ҡына булып тыуа, уға ауыр формалы ДЦП, гидроцефалия, эпилепсия диагноздары ҡуйыла. Табиптар уның бер ниндәй ҙә өмөт тыуҙырмауын белгертә.
--Гидроцефалия булғанлыҡтан, көн һайын баланың башы ҙурайып китмәһен өсөн унан 40 мл ҡан һурҙыртып алып торорға кәрәк буласаҡ, тип белгестәр ҡотто осорҙо,--ти әсә.--Бүлек мөдире бик ҡәтғи ҡатын ине, ул миңә баланы алмаҫҡа ҡушты. Шулай күмәкләшеп өгөтләгәс, күндем, сабыйымдан баш тарттым.
2019 йылдың 12 февралендә Татьяна улына алимент түләү хаҡында белешмә ала. Уға балаһын бала табыу йортонда ҡалдырған әсәгә, әгәр сабыйҙы берәү ҙә улллыҡҡа алмаһа, унан алимент түләтеү тураһында закон сығыуын белгертәләр. Аҡса баланың иҫәбенә күсерелә икән. Шунда ғына Татьяна һәм Сергей улдарының иҫән булыуын белеп ҡала.
Улар ҡәҙерлеһен эҙләп табып, башта уны бағырға өйрәнә. 5 ай буйына аҙнаһына әллә нисәшәр тапҡыр янына барып, ҡарап йөрөй торғас, уны өйгә алып ҡайтырға булалар.
--Балабыҙ яныбыҙҙа булғанға 2 ай ғына үтте, әммә тәүге көндәр менән сағыштырырлыҡ түгел. Ауыр булыр тип уйлағайныҡ, әммә улай түгел. Донъябыҙ теүәлләнде!—тип ҡыуана әсә.
Читайте нас: